top of page

Балағыҙҙы йышыраҡ маҡтағыҙ

          Уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр күҙәтеүҙәре буйынса мәктәпкә килеп ике аҙна үтеүгә күп баланың теләге һүнә. Мәктәпкә барғым килмәй тип, асыҡтан-асыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерәләр.
                            Уларға нисек ярҙам итергә һуң?

           Иң беренсе, атай-әсәйҙәргә шуны оноторға ярамай: мәктәпкә барыу менән бала тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Уның уҡыусы статусына инеүе, башҡа көн тәртибе, өйгә бирелгән эш, класташтар менән мөнәсәбәт - бөтәһе лә стресс хәленә булышлыҡ итә. Былар күҙәтелмәгән хәлдә лә, уға уҡып китеүе еңел тип уйларға ярамай.
Ҡайһы берәүҙәрҙә стресс шул тиклем көслө була, һөҙөмтәлә уларҙа мәктәпкә ҡарата кире ҡараш тыуа. Баланың уҡырға барыу теләген яңынан булдырыу өсөн, мәктәптә үткән һәр көнө менән ҡыҙыҡһынығыҙ, кем менән күберәк аралышыуын, дуҫтарын һорағыҙ. Әгәр ҙә бергә уҡыған балалар менән мөнәсәбәт шәптән булмаһа, киләсәктә проблема булыуы бар.
Класташтары менән ҡаршылыҡ тыуған осраҡта, балағыҙҙы негатив мөнәсәбәттәргә дөрөҫ ҡарарға өйрәтегеҙ. Унда башҡаларға ҡарата агрессия тыуҙырмағыҙ, был хәлдең тағы ла киҫкенләшеүенә булышлыҡ итәсәк. Мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн юмор ҡулланырға, үсекләшһәләр, шаяртып яуап бирергә кәңәш итегеҙ. Яуапһыҙ ҡалырға ярамай, сөнки эмоция тышҡа сыҡмаһа, балала негатив тойғо йыйыла һәм тағы ла ауырлыҡ тыуҙыра.

             Балағыҙҙа яҡшы ғәҙәттәр тәрбиәләгеҙ. Өҫтәлгә һүрәт төшөрөү, ручка-ҡәләм кимереү, китап-дәфтәрҙәрҙе ташлау, портфелдәге тәртиһеҙлек кеүек кәмселектәрҙе шаярыу ҡатыш, йомшаҡ ҡына төҙәтә барығыҙ. Бергәләп кәрәкле әсбаптарҙы портфелгә бергәләп һалыу, китаптарҙы матур итеп тышлау, эш өҫтәлендә тәртип булдырыу - бөтәһе лә ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Атай-әсәһе менән бергә төрлө эш башҡарыу, уларҙан маҡтау һүҙе ишетеү, яратыуҙарын тойоу балала үҙенә ышаныс, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.

                 Өйгә бирелгән эште көсләп эшләтмәгеҙ. Уның янында бәйләм бәйләп, китап уҡып ултырһағыҙ була - был балағыҙҙы тыныс ултырырға өйрәтәсәк.
         Бәләкәйҙәргә оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ултырыу ҡыйын, шуға күрә дәрес әҙерләү барышында уйнап, хәрәкәт итеп алһын. Балағыҙҙы йышыраҡ маҡтағыҙ, яратығыҙ, сөнки атай-әсәйҙең йылы һүҙе, арҡанан, баштан һөйөүе - уның өсөн иң яҡшы стимул.
                                                                                                                /Рәсилә Бикбулатова/

Юл уйын урыны түгел

Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Һәр кем уны ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында алдан уҡ план ҡора. Кемдәрҙер йәйге лагерҙарға ял итергә йыйынһа, икенселәр атай-әсәйҙәре менән ваҡыт үткәрергә ниәтләй, шулай ҙа күптәр ауылда олатай-өләсәһе янында, тиҫтерҙәре менән бергә ял итеүҙе хуп күрә. Әммә, балалар ҡайҙа ғына булһалар ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында оноторға ярамай.
Көн һайын юлдарҙа тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Юл фажи­ғәләрендә балаларҙың зыян күреүе бигерәк тә аяныслы. Әле саҡ йәшәй башлаған балалар, йәштәр һәләк була. Бындай бәхетһеҙлектәр юл хәрәкәте, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү­ҙән, был мәсьәләгә еңел-елпе ҡарауҙан тыуа.
Юл уйын урыны түгел. Урам аша сыҡҡанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Фажиғәләрҙә зыян күреүселәрҙең күпселеге (66,2 процент) – йәйәүле балалар. Әлбиттә, бында ата-әсәләр ҙә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән водителдәр ҙә, шулай уҡ ярамаған ерҙән йүгереп сыҡҡан балалар үҙҙәре лә ғәйепле. Шулай ҙа үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе – төп сәбәптәрҙең береһе.
Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, уларҙы иҫкәртеү маҡсатында республикала төрлө саралар үткәрелә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлы­ғының Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге дәүләт инспек­цияһы йыл һайын уҡыусыларҙың каникулы алдынан “Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ!”, “Иғтибар, балалар!” тигән махсуслаштырылған иҫкәртеү саралары, “Светофор” агитбригадалар конкурсы, КВН-дар үткәрә.
Шулай уҡ ЮХХДИ менән Башҡортос­тан Мәғариф министр­лығы “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсы ойоштора. Уның төп маҡсаты – балаларҙы юлда хәүефһеҙ хәрәкәт итергә өйрәтеү. 
2016 йылдың 1 июненән Башҡор­тостан Республикаһында “Алыҫтан күрен, республикам!” тигән акция башланды. Федераль кимәлдәге был сара барышында юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар йөрөтөүҙең мөһим­леге тураһында мәктәп уҡыусыларына, ата-әсәләргә аңлатыу эштәре алып барыла. Әйткәндәй, 2015 йылдың 1 июленән йәйәүлеләр төндә фликерҙар тағырға йә махсус ялтырауыҡ тегелгән кейемдә йөрөргә тейеш тигән ҡағиҙә ғәмәлгә инде. Төнгө ҡараңғы­лыҡта ауыл-ҡаланан ситтә юл сатынан йә эргәһенән үткән йәйәүлеләр мотлаҡ яҡтыртыусы таҫма йөрөтөргә тейеш. Ҡағиҙәне боҙған осраҡта 500 һум штраф һалына. Бигерәк тә балаларҙың именлеген ҡайғыртып, инспек­торҙар улар менән ошо хаҡта аңлатыу эше алып бара. 
Әйткәндәй, яҡтылыҡ ҡайта­рыусы элементтарҙы ҡулланыу төнгө ваҡытта йәйәүлене 200 метр алыҫлыҡтан күреү мөмкин­леген бирә. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: тикшере­неүҙәр күрһә­теүенсә, фликерҙар ҡулланыу йәйәүлене бәрҙереү ҡурҡынысын алты-ете тапҡырға кәметә. Улар ярҙамында водитель йәйәүлене күпкә алыҫыраҡ аранан күреп ҡала һәм бәрҙермәү сараһын күрә ала. Ғәҙәти кейемдәге кешене водитель ҡараңғы ваҡытта фара яҡтыһында 50-60 метр арауыҡтан ғына шәйләй. Фликер ҡулланған осраҡта был арауыҡ 150 метрға тиклем арта, ә инде йыраҡҡа яҡтыртыусы фара яҡтыһында хәрәкәт иткәндә был ара 400 метр тәшкил итә.
Акцияның рәсми операторы – “Фармленд” дарыуханалар селтәре. Теләгән һәр кем стикер, брелок һәм браслеттан торған яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар йыйылмаһын һатып ала. Элементтарҙы һатыуҙан килгән аҡса мәктәп медицина кабинеттарын заманса йыһаздар – электрон тонометрҙар һәм термо­метрҙар, юғары һиҙгер­лектәге стетоскоптар, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса аптечкалар менән тәьмин итеүгә йүнәл­теләсәк. “Юлда күренерлек бул” тигән девиз аҫтында ата-әсәләр, мәктәп уҡыусылары менән әүҙем аңлатыу эше алып барыу ҙа күҙаллана. Ә бына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Иғтибар, балалар” проекты сиктәрендә юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында беренсе ярҙам күрһәтеү, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар йөрөтөүҙең мөһимлеге тураһын­да бәйән итә. Каникул ваҡытында юл хәрәкәте инспекторҙары балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн ата-әсәләргә фли­керҙар һатып алырға саҡыра. Яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар водителдәр өсөн – “Туҡта” сигналы, ә куртка менән рюкзактың матур биҙәге лә була (брелок, наклейка рәүешендә). 

 

                                                                                                                                                                Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.

Компьютер ҡулланыу-заман талабы.

Был технология балаға тик файҙа ғына килтерһен өсөн, бер нисә кәңәш:

 

1. Баланың эш урыны яҡтылыҡ төшкән урында булырға тейеш.

2. Компьютер өҫтәле һәм ултырғыстың үлсәме баланың буйына тап килеүе мотлаҡ.

3. Балағыҙҙы махсус ултырғыс менән тәьмин итергә тырышығыҙ; ултырғыстың артҡы яғы умыртҡа һөйәктәренең уртаһына тиклем көйләп ҡуйылған булырға тейеш.

4. Компьютер өҫтәлендә тик кәрәкле әйберҙәр генә булһын,гигиена талаптарын да онотмағыҙ (мониторҙы махсус сепрәк менән генә һөртөргә; өҫтәл йыйыштырыулы булһын).

5. Монитор менән күҙҙәр араһында кәмендә 50 см ара һаҡланырға тейеш.

6. Компьютерҙа эшләгәндә ике ҡул да өҫтәлдә ятырға тейеш; аяҡтарҙың табандарын иҙәнгә ҡуйып ултырырға кәрәк (аяҡтарҙы бөкләп, ултырғысҡа терәп һ.б. ултырыу ҡәтғи тыйыла).

7. Балағыҙҙың компьютерҙа күпме ваҡыт ултырыуын тикшереп тороғоҙ; 15 минут һайын күҙҙәргә күнегеүҙәр эшләп ял итеү кәрәклеген иҫкәртегеҙ.

8. Махсус компьютерҙа эшләгәндә кейә торған күҙлек алырға тырышығыҙ (әлбиттә, офтальмолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ).

9. Компьютер урынлаштырылған бүлмәнең иҙәнен йышыраҡ йыуығыҙ, елләтеп тороғоҙ.

10. Компьютерҙа эшен тамамлағас, балағыҙ битен һалҡын һыу менән, ә ҡулын һабынлап йыуып алһа, бик яҡшы булыр.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Бында яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә ярҙам күрһәтер, тип ышанып ҡалам.    

bottom of page